Рәсәй хөкүмәте “АгроПрофи” тигән программаға старт бирҙе. Быйыл ауыл сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләгән уҡыу йорттарына аҡсалата ярҙам бүленә. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустиндың ошо турала ҡарары бар. Бындай мөмкинлек уҡытыу сифатын яҡшыртырға тейеш, ти белгестәр. Проекттар колледждарҙы төҙөкләндереү, инфраструктураны ремонтлау, ҡоролмалар, уҡыу әсбаптары алыуға йүнәлтелгән булырға тейеш. Конкурсты Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы үткәрә.




