Мәләүез эшҡыуарҙары Бөтә Рәсәй «Туристик сувенир» конкурсында гран-при яуланы

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар ғаилә Санкт-Петербургта үткән ун беренсе «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсында гран-при яулаған. Уларҙың «Башҡортостан ынйылары» 3d-панноһы «Vip Вәкиллек сувенир продукцияһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип табылған.

Руслан Ҡорбанғәлиевтың ҡулы ағас менән һөйләшеп эшләй тиерһең. Оҫта ҡулдарҙа ағас киҫәктәре кәрәкле формаға инә. Имәндән сувенир яһау еңелдән түгел. Сөнки ныҡлылығы менән айырылған был ағасты тик тәжрибәле балта оҫтаһы ғына сувенирға әйләндерә ала. Әйтергә кәрәк, тап имән менән эшләү өсөн станок ике йыл элек дәүләттән күрһәтелгән 350 мең һумлыҡ аҡсаға һатып алынған. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән-ҡиммәтле панно тәүҙә төбәк, артабан ил кимәлендә юғары баһа алған.

Имән ағасынан яһалған Башҡортостан сувениры түңәрәк ер йөҙөн һынландыра, республикабыҙ башҡорт балы менән данлыҡлы, шуға кәрәҙ формаһы бар, бал ҡорто, айыу һәм ат. Стәрлетамаҡта үткән төбәк конкурсында еңгәндән һуң беҙ Санкт- Петербург өсөн өс сувенир эшләнек. Уларҙы яһау өсөн хатта төндә лә йоҡламаныҡ, өлгөртөргә кәрәк ине.

Руслан Ҡорбанғәлиев, балта оҫтаһы, эшҡыуар

Ҡатыны Наталья Старкова ла станокта эшләргә өйрәнеп алған. Ғаилә бизнесына февралдә 11 йыл тула.

Мәләүездәге гаражда урынлашҡан оҫтаханала ағастарҙан эшләнгән әйберҙәр донъяның төрлө мөйөштәренә таралған. Үтәлгән заказдар иҫәбе 4 меңдән аша.


Иремдең апаһы сигеү өсөн станок яһап бирегеҙ тип һорағайны, уны Руслан шул тиклем матур итеп эшләне. Беҙ ағастан сигеү станоктары яһап һата башланыҡ. Эшебеҙ шунан башланды. Ә 2024 йылда беҙҙең «Лакей» сигеү станогын «Кенәз Андрей» сериалын төшөрөү өсөн МосКино алды.

Наталья Старкова, эшҡыуар

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа һөнәрселәргә ярҙам итеү йүнәлештәре, субсидия булдырылды. Яратҡан шөғөлдө креатив индустрияға әйләндереү заман талабы.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ