Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рөстәм Сафин һәм уның ғаиләһе менән осрашты. Рөстәм Фәнис улы 2015-2022 йылдарҙа Салауат районы Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы вазифаһында эшләй. Үҙ теләге менән ватан һағына баҫҡан яугир былтыр ноябрҙә төбәк башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбировҡа видеоэлемтә аша мөрәжәғәт итте.
Республика етәксеһе яугир менән уның ялы ваҡытында осрашырға әҙер булыуын билдәләне. Рөстәм Сафиндың ҡатыны һәм өс балаһы бар. Илнара Сафина 2022 йылда ире махсус хәрби операцияға киткәндән һуң ауыл биләмәһе хакимиәтен етәкләй. Ә 2024 йылда Илнара Урал ҡыҙы «Халҡыңа хеҙмәт» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһына лайыҡ булды. Награданы уға Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы. Рөстәм Сафин Башҡортостан етәкселегенә хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә иғтибар һәм ярҙам күрһәткәндәре, шул иҫәптән тыуған ауылында йәшәүселәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙең батырлығын билдәләне һәм Сафиндар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләне.




