Башҡортостанда 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде

Радий Хәбиров республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгән 2026 йылға саралар планын әҙерләргә ҡушты. Был башланғыс Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы менән ауаздаш. Йылдың тәүге эш көнөндә үткән оператив кәңәшмәлә төрлө йүнәлештәр буйынса йомғаҡтар барланды, оҙайлы ғинуар каникулдарына эшләгән ашығыс хеҙмәттәргә баһа бирелде, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Яңы йылдың тәүге оператив кәңәшмәһе полковник Ринат Ибраһимовҡа «Генерал Шайморатов» орденын тапшырыуҙан башланды. Офицер Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, республика етәксеһенә үҙе хеҙмәт иткән полктың билдәһе-гладиус рәүешендәге ҡылысты бүләк итте.

Психологик һәм хужалыҡ-көнкүреш ярҙамы, шифахана-курорт дауаланыуы. Был хәрби хеҙмәткәрҙәгә һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән иң популяр ярҙам саралары. Оператив кәңәшмәлә Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына йомғаҡ яһалды. Фронттан әйләнеп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың 86 проценты диспансер тикшереү үткән, 78 проценты эшкә урынлашҡан. Радий Хәбиров был йәһәттән былтыр системалы эш башланыуына иғтибар итте. Яугирҙарҙың ҡайтыуына беҙ әҙер булырға тейешбеҙ, тине республика башлығы.

Ғинуар каникулдары Башҡортостанда штатлы режимда үтте. Радий Хәбиров байрам көндәрендә хәрби поста ҡалған һәм тәртип тәьмин иткән ашығыс хеҙмәттәргә рәхмәтен белдерҙе. Халыҡтан килгән иң күп мөрәжәғәттәр урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға ҡайтып ҡала. Ошо көндәрҙә Башҡортостан юлдарынан 224 мең кубометр ҡар сығарылған. Радий Фәрит улы был эште дауам итергә, урамдарҙы ғына түгел, ихаталарҙы ла таҙаларға ҡушты.

Алдағы йылдарҙа республикалағы 1 мең 354 йортта капиталь ремонт яһаласаҡ. Былтыр ҡулланыу мөҙҙәте тамамланған 623 лифт алмаштырылған, тиҫтәләгән метр коммуналь селтәрҙәр яңыртылған. Ғәҙәттәгесә, иң кәрәкле эш төрө булып ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлау тора. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарының фатир милекселәре менән осрашыуҙарының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер һорау-балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусыларының төшкө ашына бәйле булды. Былтырғы йыл йомғаҡтары менән республиканың Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина сығыш яһаны. Әле ассоциация 16 операторҙы берләштерә. Улар үҙ сиратында ярты миллиондан ашыу баланы туҡландыра.

Радий Хәбиров дауаханаларҙа туҡланыуҙы камиллаштырыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, был мәсьәлә буйынса билдәле тәҡдимдәр ҙә бар.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ