Депо паркы 5 троллейбус менән байытылды. Был машиналар Өфө трамвай-троллейбус заводында Белорусияның «Белавтомаз» автозаводы менән кооперацияға берләшеп йыйылған. Кузов һәм рессорҙар белорус партнерынан, ә ҡалған деталдәр башлыса Рәсәй комплектаторҙарынан. Әлеге ваҡытта линияға сығыр алдынан ҡала халҡы өсөн уңайлы транспорт махсус әҙерлек үтә. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Яңы йылдан баш ҡаланың электр транспорты тағы ла бишәүгә артты. «Горожанин»троллейбустары өҫтәмә контакт селтәренә тоташтырылмайынса 30 км тиклем автономлы хәрәкәт итә ала.Бынан тыш электротранспорт аккумулятор, пассажирҙарҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеү системаһы, кондиционер,тышҡы һәм эске видеокүҙәтеү камералары,USB, электрон гаджеттарҙы зарядлау, инвалидтарҙы ташыу өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған.Быға тиклем яңы троллейбустар ҡаланың төньяҡ һәм көньяҡ өлөшөндә иң кәрәкле маршруттарға сығарылған.
«Белавтомаз» холдингы башҡорт-белорус мөнәсәбәттәре өлкәһендә айырым урын биләй. Өфө трамвай-троллейбус заводы Минск автомобиль заводы менән берлектә 700-ҙән ашыу транспорт берәмеге сығарған. Бөтә троллейбустарҙа ла кузовтар һәм шассиҙар Белорус партнерынан.
Линияға сығыр алдынан троллейбустарға мотлаҡ тикшереү һәм әҙерлек эштәре комплексы үткәрелә. Туҡтау системаһы, гидрокөсәйтелгән руль идаралығы һәм контроле, протекторҙың ныҡлығы тикшерелә, юғары һәм түбән вольтлы сылбырҙар диагностикалана, изоляция ҡаршылығы һәм ток үтеүе, генератор һәм зарядлау ҡоролмаларына тест уҙғарыла.
Нуленсе рейс йәки ябай тел менән өйткәндә раҫланған маршрут буйынса пассажирҙарһыҙ һынау сәфәрен үткәреү ҙә мөһим. Тәүге маршрут барышында хәрәкәт шымалығы һәм контакт селтәре менән бәйләнеш тикшерелә,төрлө вибрациялар асыҡлана.Водитель рейсҡа тиклем кузовты, тәгәрмәстәрҙе, яҡтылыҡ приборҙарын визуаль барлай,троллейбустың туҡтау тормозы менән нығытылған булыуына инана, көс сылбырын һүндереүҙе, фараларҙы, стоп-сигналдарҙы, боролмаларҙы һынай.Рейсҡа сығыр алдынан һуңғы тикшереү троллейбус габаритында сит предметтарҙың булмауына ышаныу.
Троллейбусты экипировкалау маршрут табличкалары ҡуйыуҙан башлана. Бынан тыш тағы ла янғын һүндереү ҡорамалы, медицина аптечкаһы һәм авария осрағына туҡталыш билдәһе, артҡа сигенеүгә ҡаршы икешәр таяу әҙерләнгән.
Гүзәл Борханова



