Дөйөм етештереүсәнлек күләме йылына 40 миллион дана инкубатор һәм 3 миллион самаһы ашхана йомортҡаһы сығарыуҙы күҙ уңында тота. Предприятие республиканың көньяҡ-көнбайышында аграр инфраструктураны нығытырға һәм төбәктең үҙ ҡошсолоҡ продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырырға мөмкинлек бирә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Альбина Ниғәмәтйәнова ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында тәжрибә туплаған белгес. Ҡошсолоҡ фабрикаһында ғына икенсе йыл. Ошо ваҡыт эсендә ул эштең бар нескәлегенә төшөнөп өлгөрә. Егерме дана йомортҡа тулы цикл аша үтеп йәшниктәргә тултырыла. Хеҙмәткәрҙәр уларҙы сорттарға, инкубатор тауарҙарына бүлә. Һуңғыһы, Рәсәй кимәлендә киң файҙаланыла. Әлеге партия мәҫәлән, Омск өлкәһенә һәм Ҡаҙағстанға оҙатыласаҡ.
Йомортҡаларҙың һәр береһе иҫәптә. Улар фабриканан транспортер аша үткәндә үк теркәлә. Иртәнге сәғәт һигеҙҙән көндөҙгө ун икегә тиклем мәҫәлән, 30 меңгә яҡын тауар сығарылған.
Тауыҡтар ҡошсолоҡ фабрикаһында 60-62 аҙнаға тиклем аҫрала. Корпус тәүлек әйләнәһенә 20.5-21 градус температурала тотола. Туҡландырыу ҙа билдәле бер режиға ҡоролған. Шулай ҙа улар тик йомортҡа һәм буласаҡ тоҡом өсөн генә файҙаланыла. Ә ҡоштар үҙ ауырлығы менән урындағы халыҡҡа, йә эшҡыуарҙарға һатыла.
Ә был иһә ай аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ яңы корпус. Эш тулыһынса тиерлек тамамланған. Аҙна-ун көндән бина тулы дезинфенция үткәс тә, тәүге партия себештәр индереләсәк. Әйткәндәй, был яңылыҡ 2 миллиард ярым һумдан ашыу инвестиция проектына ярашлы тормошҡа ашырылған. 60 кешегә эш урыны булдырылған.
Азат Ғәлиуллин



