«Һөт кухняһы» төбәк социаль ярҙам программаһы 7 йыл элек эшләй башланы. Ошо ваҡыт эсендә республиканың төрлө төбәктәрендә 7 етештереү майҙансығы асылды. Былтыр улар 3 мең 200 тоннанан ашыу сеймал эшкәрткән һәм 2 мең ярым тонна әҙер продукция сығарған. Ташлама менән файҙаланыусылар категорияһы ла киңәйтелгән. Исемлекте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре тулыландырған. Халыҡтың уңайлылығы өсөн хәҙер сауҙа үҙәктәрендә һәм дарыуханаларҙа ла таратыу пункттары барлыҡҡа килә башланы. Мәҫәлән, «Башҡортостан» сауҙа үҙәге кибетендә ихтыяжы булған 100-гә яҡын кеше аҙнаһына 2 тапҡыр бушлай һөт кухняһы ала. Бынан тыш, алыҫ райондарға автокибеттәр йөрөй.



