Донбасҡа Башҡортостан йылыһы. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһына ярҙамды туҡтатмай. Йылытыу миҙгеленә бер нисә социаль әһәмиәтле объектта яңы ҡаҙанлыҡтар барлыҡҡа килде. Таушалып бөткән, күп яғыулыҡ, хеҙмәт көсө талап иткән кочегаркалар урынына бәләкәй генә, ләкин юғары һөҙөмтәле мейестәр урынлаштырылды.
Элекке ҡаҙанлыҡты хәҙер ҡурҡыныс төш кеүек кенә хәтерләйҙәр. Тәүлек әйләнәһенә күмер яғыу, даими өҙөклөктәр, иҫәпһеҙ-һанһыҙ сығымдар, ә балалар баҡсаһы барыбер һыуыҡ булған. Яңы ҡаҙанлыҡтарҙы иһә асып ҡарағандары ла юҡ. Барыһы ла автоматлаштырылған һәм интернет аша ғына күҙәтергә мөмкин.
Модулле ҡаҙанлыҡ эшләй башлау менән балалар ниһәйәт өҫкө кейемдәрен сисә башланы, ти тәрбиәселәр. Сирләүселәр ҙә кәмегән, балалар һаны ла артҡан. Хәҙер балалар баҡсаһында тәрбиә һәм белем биреү менән генә мәшғүлдәр.
2025-26 йылдарҙа Красный Лучта Башҡортостан ярҙамы менән ошондай ун ҡаҙанлыҡ сафҡа индерелергә тейеш. Әлегә уларҙың етәүһе файҙаланыуға тапшырылған. Модулле ҡаҙанлыҡтар ҡаланың коммуналь инфраструктураһына көсөргәнешлекте күпкә кәметкән.
Әлбиттә, иҫкергән биналарҙы тәртипкә килтермәй тороп йылыны тотоп булмауы билдәле. Шуға күрә социаль объекттарҙа тәҙрәләрҙе яңыртыу эше лә бергә алып барыла. «Звездочка» балалар баҡсаһы тәҙрәләрендә лә хәҙер һүрәттәрҙе ҡыш бабай түгел, ә балалар үҙҙәре төшөрә.
Ф.Монасипов



