Каникул осоронда Башҡортостан медицина учреждениеларына 6 мең ярым тирәһе кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 500-е дауаханаларға һалынған.
Табиптар әйтеүенсә, был осорҙа грипп кеүек йоғошло сирҙәрҙе йоҡтороусылар ғына түгел, янғында зыян күреүселәр, туңыусылар һәм ағыуланыусылар һаны арта. Күңелһеҙ осраҡтар тәү сиратта кешеләрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауы менән бәйле.
Мәҫәлән, махсус яраҡлаштырылмаған тауҙарҙа тюбингта шыуыу, йәки эскән килеш руль артына ултырыу фажиғәле тамамланыуы мөмкин. Һауа температураһының түбәнәйеүе ут сығыу һәм туңыу осраҡтарының артыуына килтерә. Күгәрсен районында 16 йәшлек малай тәне янып һәм төтөн менән ағыуланып дауахана койкаһына эләгә, ә Павловка һыуһаҡлағысында туңған һәм иҫен юғалтҡан үҫмер ҡыҙҙы табалар. Шулай уҡ грипп һәм киҫкен респитатор ауырыуҙар йоҡтороп медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Табиптар әйтеүенсә, әле сирлеләр иҫәбе кәмеүгә бара.
Белгестәр әйтеүенсә, байрам көндәрендә республикала үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда ут сығыу осраҡтары кәмегән. Бөтәһе 163 янғын теркәлгән, уларҙа 8 кеше һәләк булған. Синоптиктар алдағы көндәрҙә һауа температураһының тағы ла төшөүе тураһында иҫкәртә. Был үҙ сиратында кешеләрҙең йылытыу ҡоролмаларын йышыраҡ ҡулланыуына килтерә. Янғын һүндереүселәр был осраҡта уяулыҡты юғалтмаҫҡа, ҡулланған ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн тикшерергә кәңәш итә.



