Өфө урамдарында һәм ихаталарында ҡар таҙартыу эштәре бер генә минутҡа ла туҡтамай. Ленин районында был эш комплекслы рәүештә ойошторолған.
Коммуналь хеҙмәткәрҙәр беренсе сиратта түләүле парковкалар урынлашҡан Мостай Кәрим һәм Коммунистик урамдарын тәртипкә килтерҙе. Ихаталарҙы таҙартыу менән идара итеүсе компаниялар шөғөлләнә. Әлбиттә, ҡар таҙартыу эштәре ваҡытында ҡыйынлыҡтар ҙа тыуып тора. Мәҫәлән, ҡайһы бер урындарҙа машиналар махсус техникаға ҡамасаулай. Шуға күрә водителдәргә ҡар таҙартыу эштәре барған урындарҙа транспорт сараларын ҡалдырмау мөһим. Хакимиәт вәкилдәре әйтеүенсә, ҡар таҙартыу эштәре артабан да дауам итәсәк һәм ҡала халҡының хәүефһеҙлеге һәм уңайлылығы тәьмин ителәсәк.



