«Ҡашҡаҙан» паркына волейбол яратыусылар йыйылды. Йыл һайын ойошторолған турнирҙа һәр кем ҡатнаша алды. Ҡарлы майҙансыҡта 20-гә яҡын команда, башлыса студенттар һәм спорт мәктәптәре уҡыусылары көс һынашты. Уларға Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы коллективы ҙур ҡаршылыҡ күрһәтте. Уйындар пляж волейболы ҡағиҙәләре буйынса үтте. Һәр командала икешәр спортсы сығыш яһаны.



