Хәйриә байрамына төрлө ҡала һәм райондарҙан һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары йыйылды. Сара Башҡорт дәүләт опер һәм балет театрында үтте. Балаларға спектакль күрһәтелде. Байрамда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. - Бөгөн Иҫкесә Яңы йыл. Һеҙ иң яҡшы, матур, аҡыллы, көслө балалар. Ныҡлы һаулыҡ, яҡшы уҡыуығыҙҙы, ата-әсәләрегеҙҙе тыңлауығыҙҙы, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ, тине Радий Хәбиров. "Аксаков шыршыһы" 2019 йылдан алып уҙғарылып килә.





