Стәрлетамаҡтан спорт гимнастикаһы буйынса тренер Елена Салминаға сертификат бирелде. Ул "Ҡала тренеры" программаһында ҡатнашҡан. Был проект 2024 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Төп маҡсат - бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарға квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү. Сертификат торлаҡ, ер биләмәһе алыуға, ипотеканы ҡаплауға, йорт төҙөлөшөнә тотонола.




