Радий Хәбиров халыҡ-ара бәйләнештәр рейтингында икенсе урында

«Минченко консалтинг» коммуникация холдингы былтыр декабрҙә Рәсәй субъекттары башлыҡтарының халыҡ-ара бәйләнештәр тығыҙлығы индексына йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров рейтингта үҙ позицияһын нығытып, икенсе урын яуланы. Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостан төбәк иҡтисадының яңы үҫеш нөктәләрен булдырып, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙем киңәйтә. Индекс һөҙөмтәләре төбәк етәкселегенең тышҡы иҡтисади йүнәлештәге системалы эшен раҫлай, ә Радий Хәбиров Рәсәйҙе танытыу буйынса халыҡ-ара тректа иң яуаплы бурыстарҙы ышанып тапшырған губернаторҙар пулына инә.

Шулай уҡ Радий Хәбиров сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы рейтингында 5-се баҫҡысты биләй, ә һуңғы аҙнала социаль селтәрҙәрҙә төбәктәрҙең ун әүҙем етәксеһе исемлегендә үҙ позицияһын нығытты. Рейтингта төбәк башлыҡтарының рәсми аккаунттары анализлана, ә әүҙемлек индексы «Бәйләнештә», «Синыфташтар» һәм Telegram социаль селтәрҙәре күрһәткестәре нигеҙендә иҫәпләнә, шул иҫәптән баҫмалар, лайктар, комментарийҙар һәм репостар һаны, шулай уҡ контенттың сифатлы параметрҙары һәм аудитория реакцияһы ҡарала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ