Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Аксаков шыршыһы үтте

Тылсымлы байрам. Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн Аксаков шыршыһы ойошторолдо. Республикала 7-се тапҡыр ойошторолған хәйриә концертына йыйылған балаларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Төбәк башлығы малай-ҡыҙҙарҙы тәбрикләп иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Әкиәт персонаждары, тылсымлы тамаша, йыр-моң һәм бүләктәр. Өфөлә етенсе тапҡыр ойошторолған Аксаков шыршыһы матур йолаға әүерелгән Яңы йыл байрамы. Хәйриә концертында ҡатнашыусылар әйтеүенсә, рухи күтәренкелек биргән байрамдар ғаилә өсөн бик мөһим. Сир менән көрәшеүгә ҡарамаҫтан баш ҡалаға тамашаға килгән балаларҙың кәйефе күтәрелә, малай-ҡыҙҙар ыңғай тәьҫоараттар туплай.

Физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн Аксаков шыршыһы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса һәр муниципалитетта уҙғарыла. Был байрам мәҙәни сара ғына түгел, тәү сиратта социаль ярҙам, иғтибар һәм тәрбиә алымы булып тора.

Бағыусылар ярҙамы менән ойошторолған Аксаков шыршыһында малай-ҡыҙҙар бүләктәр алып ҡыуанды. Сағыу фотомайҙансыҡтарҙа иҫтәлеккә фотоға төштө. Башҡортостанда 21 меңдән ашыу мөмкинлектәре сикләнгән бала иҫәпләнә. Был категориялағы малай-ҡыҙҙарға ярҙам саралары һорауҙары республикала һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә.

Флорида Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ