Шаран районы ауылдарында урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыу буйынса саралар дауам итә. Төбәк халҡы быға тиклем дә ауыл ерендә тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән проектта әүҙем ҡатнашып килә ине. Яңы йылдың тәүге көндәрендә райондың тағы ла ике ауыл биләмәһендә йәшәүселәр программаға үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте.
Нурый ауыл биләмәһенә ҡараған Изем ауылында уҙғарылған «Ҡышҡы уйындар»ға олоһо ла кесеһе лә дәррәү ҡушылған. Быйыл ауылдаштар урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашып, район үҙәгенә һәм Туймазыға илткән Дала урамында 1 километрға яҡын арауыҡта ҡырсынташ түшәргә ниәтләй. Күпләп мал аҫраған, шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән аҙыҡ-түлекте баҙарға сығарырға ғәҙәтләнгән халыҡ өсөн төҙөк юл мөһим шарт.
Иземдәрҙең урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыу ниәтен күрше Йәммәт ауылы халҡы ла хуплап сыҡҡан. Улар Ҡышҡы уйындарға әкиәт геройҙары кейемдәрендә килеп, ауылдаштарға йыр-моң бүләк итте, күңелле ярыштарҙа ҡатнашты.
Ошо көндәрҙә райондың Салмалы ауыл советына ҡараған Ямаҙыбаш ауылы халҡы ла урындағы башланғыстар программаһына инергә ҡарар итте. Программа сиктәрендә тупланасаҡ аҡсаға улар ауылдың Аръяҡ урамындағы юлды ремонтларға ниәтләй.
Проект өсөн тауыш биргәндән һуң ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Туймазы районының Йәрмөхәмәт ауылы һәм урындағы үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары бай йөкмәткеле концерт программаһы менән сығыш яһаны. Ауылдаштар программала еңеп сығасағына ныҡлы ышаныс менән таралышты.
Гөлдәриә Йосопова



