Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, 11-се кластар өсөн берҙәм дәүләт имтихандары 1 июндә башлана. Рус теленән 4 июндә- математиканан 8 июндә һынау үтә. 9 кластар өсөн төп дәүләт имтиханы 2 июндән 19 июнгә тиклем дауам итә. 1 февралгә тиклем сығарылыш уҡыусылары имтихан тапшырыу буйынса ғариза бирергә тейеш.




