Яугир 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ул етәкләгән парашют-десант взводы Кременная ҡалаһы янында була. Һалдаттарға оборона тотоу һәм дошманды үткәрмәү бурысы ҡуйыла. 14 ғинуарҙа Украина Ҡораллы Көстәре Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә булған бөтә көстәрен ошо секторға ебәрә. Алмаз Сафин взводы дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Алыш барышында ҡаршы яҡтың 50-гә яҡын һалдаты юҡ ителә, танк һәм бронемашиналар сафтан сығарыла. Алдына ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәгән старшина яу ваҡытында алған йәрәхәттәрҙән вафат була. Батыр Шафран ауылында Һалдаттар зыяратында ерләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса Алмаз Сафин, үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеменә күрһәтелде. “Ул беҙҙең мәктәптең ғорурлығы ине”, - ти яугирҙың уҡытыусылары Ильвира Иҙиәтулина һәм Гүзәл Ҡаһарманова.
“Алмас Сафин ысын патриот”, - ти батырҙың яҡташы, билдәле композитор Наил Шәймәрҙәнов.
Республикала Рәсәй Геройы Алмас Сафинға арналған брошюра сыҡты. Уның авторы танылған журналист һәм шағирә Лариса Абдуллина. Әлшәй район үҙәгендәге урамдарҙың береһе, шулай уҡ Раевкалағы 2-се мәктәпкә Рәсәй Геройы Алмас Сафин исеме бирелде. Батырға бюст асылды. Скульптура Раевка ауылында “Ватан-Әсә” мемориалы янына ҡуйылған.




