Өфө янындағы Нуғай ауылында яңы КФҮ офисы асылды

Өфөнөң Нуғай ауылында йәшәүселәргә документ эшләү, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр буйынса консультация алыу өсөн хәҙер баш ҡалаға барыу кәрәкмәй. Сөнки Рощинская урамындағы сауҙа үҙәгендә күп функциялы үҙәктең яңы офисы асылды. Заманса йыһазландырылған бинала аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн дә уңайлы мөхит тыуҙырылған. Яңы офиста бөтәһе 480 төр хеҙмәт күрһәтеү ойошторолған. Элек ауылда дүрт тәҙрәле күп функциялы үҙәктең территориаль-айырым структур бүлексәһе эшләгән. Урындағы халыҡта хеҙмәттәр бик талап ителгәнлектән, киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә: хәҙер бында 8 тәҙрәле тулы офис эшләй, шул иҫәптән электрон төрҙәге хеҙмәттәрҙе рәсмиләштереү секторы ла бар.

Клиенттар уңайлығы өсөн ҙур ҡалалар тирәләй күп функциялы үҙәктең яңы офистарын асабыҙ. Бындай эш һуңғы өс йылда әүҙем алып барыла. Өфө эргәһендә улар Зубов, Михайловка, Булгаков һәм Чесноковка ауылдарында эшләй. Был ҡасабаларҙа йәшәүселәр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр менән үҙҙәрендә файҙалана.

Азамат Абдрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-хөкүмәт аппараты етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ