Башҡортостан ярҙамы менән тормош йәнләнә. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡала округының Миусинск ҡалаһында мөһим социаль объект төҙөкләндерелә. Тәүге этапта бинаны йылытыусы ҡаҙанлыҡ яңыртылған. Аҙ яғыулыҡ сарыф итеп юғары файҙалы коэфициент биреүсе мейестәр урынлаштырылған. Хәҙер оҙаҡ ваҡыт етемһерәп тороған бинала тормош йәнә ҡайнай.
Сәхнәлә ҡыҙыу рок-н-ролл. Элек ҡат-ҡат кейенеп матрешкалар булып ҡына бейей инек, ти һәүәҫкәр артистар. Репертуар хәҙер арта ғына, клубҡа ла көн һайын йөрөй башлағандар.
Яңы ҡаҙанлыҡ барлыҡҡа килеү менән тормош күпкә йәнләнде, ти хеҙмәткәрҙәр. Ни тиһәң дә, бәләкәй тораҡ пункты өсөн мәҙәниәт йорто йәшәйеш үҙәге.
Бер ҡыйыҡ аҫтында почта бүлексәһе, административ үҙәк, китапхана һәм башҡа социаль бүлектәр урынлашҡан. Быларҙың барыһы ла бер ҡаҙанлыҡтан йылытыла. Элекке мейестәр был тиклем көсөргәнешлекте күтәрә алмаған.
Хәҙер иң мөһиме ошо йылылыҡты һаҡлау. Киев режимы Донбасс ерҙәрен утҡа тотҡан осорҙа был бинаның ҡыйығында халыҡ ополчениеһының зениткалары урынлашҡан була. Түбә тишелеп бөткән тиерлек. Башҡортостан ярҙамы менән бинаның фасады һәм ҡыйығы ла яңыртыласаҡ.
Ф.Монасипов



