Православ халҡының иң мөһим байрамдарының береһе яҡынлаша

18-нән 19-сы ғинуарға ҡарай төндә христиандар һыуыҡ һыуға сумыу йолаһын үтәһен өсөн Башҡортостанда 100-гә яҡын мәке уйыла. Быйыл сарала 35 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Дини йолаларҙың береһен ойоштороу өсөн Хөкүмәттә муниципалитет етәкселәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән берлектә кәңәшмә үткәрелде. Төп бурыс-һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Белгестәр әйтеүенсә, һыу инеү махсус йыһазландырылған урындарҙа, ҡотҡарыусылар һәм табиптар күҙәтеүе аҫтында ғына рөхсәт ителә. Эскән килеш һыуға төшөү ҡәтғи рәүештә тыйыла. Ҡала-райондарҙа уйылған мәкеләр исемлеге менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ