Өфөлә төбәк һәм муниципаль баҫма журналистарын бүләкләнде

Тормош өсөн мөһим өлкәләрҙе яҡтыртҡан өсөн. Өфөлә төбәк һәм муниципаль баҫма журналистарын бүләкләнде. Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолған тантанаға гәзит-журналдар, электрон баҫмалар, радио һәм телевидение вәкилдәре йыйылды. Коллегаларыбыҙҙың ҡаҙаныштары, атап әйткәндә, абруйлы федераль конкурстарҙағы ҙур еңеүҙәре билдәләнде. Башҡортостан юлдаш телеканалы ла лидерлыҡ позицияһын биләй, ул бөтә төбәк каналдары араһында тамашасыларҙы йәлеп итеү буйынса иң яҡшыһы тип танылды.

Киң мәғлүмәт саралары сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға, наркотиктар ҡулланыуға, алкоголгә, тәмәке тартыуға ҡаршы көрәшкә тос өлөш индерә. Улар шулай уҡ халыҡтың финанс белемен үҫтерә, тормошҡа ашырылған проекттар менән таныштыра. Бүләкләнеүселәр араһында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Маҡтау ҡағыҙҙарына, журналистар конкурстары дипломдарына лайыҡ булған коллегаларыбыҙ ҙа байтаҡ. Һөнәри оҫталыҡ өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте редакцияһы менән «Честно говоря» тапшырыуы коллективы билдәләнде. Юлдаш һәм Спутник ФМ радиоһы, шулай уҡ район-ҡаларҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре төрлө номинацияларҙа баһаланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ