Рәсәйҙә юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инә

2026 йылда абитуриенттар документтарын “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, университеттың ҡабул итеү комиссияһына килеп тапшыра йәки уларҙы почта аша ебәрә ала. Вуздарҙың үҙ мәғлүмәт системалары аша ғариза биреү мөмкинлеге бөтөрөлә. Бынан тыш, маҡсатлы ҡабул итеү механизмын артабан камиллаштырыу өсөн маҡсатлы квота аныҡ заказсылар, ойошмалар, уҡытыу формалары, белем биреү программалары һәм урындар һанын күрһәтеп билдәләнә. Бакалавриат һәм белгеслек программалары буйынса уҡырға ингәндә маҡсатлы һәм махсус квотаның вакантлы урындары айырым квотаға бүленә.

Фото №1 - Рәсәйҙә юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ