Республиканың ике колледжы «Агропрофи» грантына үткән

Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Шуларҙың икәүһе Башҡортостандан. Яңы программа «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты сиктәрендә булдырылған. Бынан тыш, «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты 2030 йылға тиклем тармаҡты кадрҙар менән 95 процентҡа тиклем тәьмин итеү маҡсатын ҡуя.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ