Иглин районында икенсе йыл рәттән һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә

Иглин районында икенсе йыл рәттән һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә. Был юлы «Йыл танылыуы» тип исемләнгән конкурста 23 номинация буйынса иң-иңдәр асыҡланды.

Улар мәҙәниәт, мәғариф, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа өлкәләр вәкилдәре, үҙ эшендә алдынғы технологиялпар, инновацион алымдар ҡулланған һөнәр оҫталары. Мәҫәлән,, район үҙәгенең 5-се балалар баҡсаһы мөдире Фиданиә Рафиҡова «Рухи-мәҙәни йолаларҙы һаҡлаусылар» номинацияһында билдәләнде. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт телен өйрәнеү, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен үҫтереү буйынса күп эш башҡара.

Райондың Түбәнге Ләмәҙ мәктәбенең умартасылыҡ буйынса агрокласы етәксеһе Әлфиә Шәүәлиеваның халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн йәш быуынға еткереү буйынса тырышлығы ла юғары баһады. Алдынғы ҡарашлы педагог умартасылыҡ серҙәренә төшөнөү һәр кемгә файҙалы тигән фекерҙә. Дөйөм алғанда «Йыл танылыуы» конкурсы төрлө өлкәләр белгестәрен һөнәри үҫешкә әйҙәгән. Ойоштороусылар абруйлы конкурусты киләсәктә лә дауам итергә ниәтләйҙәр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ