Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына һәм ғаиләләренә ярҙам дауам итә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары тураһында хәстәрлек күреү Башҡортостан етәкселегенең өҫтөнлөклө эш йүнәлеше булып ҡала. Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә яҙған.

Һәр замандың үҙ геройҙары бар. Һәм уларға ҡарата мөнсәбәт тә яҡшы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2025 йыл тамамланыуға ҡарамаҫтан, республикала был йүнәлештәге эшмәкәрлек дауам итә. Мәғлүм булыуынса, әле беҙҙә 54 төбәк ярҙам сараһы ҡаралған. Улар мәғариф, социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм башҡа төрлө өлкәләрҙе үҙ эсенә ала. Уларҙың 11-е былтыр индерелде. Беҙ системалы эшләү мөмкинлеге биргән һөҙөмтәле инфраструктура булдырҙыҡ, киләсәктә иһә уны тағы ла камиллаштырасаҡбыҙ. Бындай алымдың бер миҫалы-махсус муниципаль ярҙам үҙәктәре. Бөгөн улар республиканың 27 районында һәм ҡалаһында бар, 2026 йылда тағы ла 36 үҙәк асыу планлаштырыла. Алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙ ғаиләләренең бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәүен, ә махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡандар һәр ваҡыт яндарында буласағыбыҙҙы, ҡайғылары менән яңғыҙ ҡалдырмаясағыбыҙҙы белергә тейеш. Алғы һыҙыҡтан өйҙәренә ҡайтҡандарға иһә тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итәскәбеҙ. Был беҙҙең төп бурыс, тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ