Республикала Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә

Тыуған ил һағына. Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник» үҙәгенә килә. 2025 йылдың октябренән Рәсәйҙә пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә хеҙмәткә саҡырыу үткәрелә. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре: хеҙмәт дистанцион рәүештә, хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан алыҫта башҡарыла, хәүефһеҙлек кимәле бик юғары, хәрбиҙең һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Шулай уҡ хеҙмәт итеүсегә һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантияһы бирелә, уның ризалығынан тыш хәрби хеҙмәткәрҙе икенсе һөнәргә йәки башҡа ғәскәр төрөнә күсереп булмай. Бынан тыш хеҙмәт итеү мөҙҙәте лә көйләнелә. Тәүге контракт бер йылға төҙөлә, был ваҡытта хеҙмәттең айышына төшөнөп өлгөрөргә мөмкин. Контракт мөҙҙәте тамамланғандан һуң запасҡа сығыу мөмкинлеге бар, артабан хеҙмәт итергә теләге булғандар яңынан контрактҡа ҡул ҡуя ала.

Әлеге вҡытта пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәренә хеҙмәткә әүҙем саҡырыу бара. Унда башлыса машиналар эшләү, айти технологиялар өлкәләрендә эшләгән, компьютерҙы программа менән тәьмин итеү ысулдарын белгән тәжрибәле ир-егеттәрҙе көтәбеҙ.

Фәдис Солтанов, Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктының тест үткәреү һәм хәрби-профессиональ йүнәлеш биреү офицеры

Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһы-яңы үҫешеүсе ғәскәр төрө. Унда 18 йәштән 45 йәшкә тиклем ир-егеттәр ҡабул ителә. Дрондар, робототехника, радиоэлектроника менән идара итеү тәжрибәһе булғандар, геймерҙар, программистар, ай-ти белгестәр үҙҙәрен яңы өлкәлә һынап ҡарай ала. Сикләүҙәр тик ауыр енәйәттәр ҡылған граждандарға ғына ғәмәлдә. Һайлауҙы уңышлы үткән кандидаттар иһә махсуслаштырылған уҡыу үҙәктәренә ике айлыҡ курстарға уҡырға ебәрелә. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһы менән контракт төҙөүселәргә ҡануниәт буйынса ташламалар һәм социаль гарантиялар, аҡсалата матди дәртләндереү, торлаҡ менән тәьмин итеү, медицина хеҙмәте күрһәтеү, хеҙмәт стажы өсөн пенсия ҡаралған. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһы менән контракт төҙөү Өфөнөң Киров районы, Элеватор урамы, 15 адресы буйынса «Черемушки» шифаханаһы биләмәһендә башҡарыла. Экрандағы телефон һандары буйынса бәйләнешкә инергә мөмкин.

Мин пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһы менән контракт төҙөнөм. Алғы һыҙыҡтағы штрумовиктарға ярҙам иткем килде. Быға тиклем бер йыл дауамында хәрби хеҙмәттә булдым. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙә тәжрибәм бар. Ул бер йылға төҙөлә, мөҙҙәте тамамланыу менән уны өҙөү йәки артабан оҙайтыу мөмкинлеге лә бар.

Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөүсе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ