Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә. Әле биләмәлә монолит һәм ер эштәре алып барыла. Күләмле проектты тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан өс миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған. Объект төҙөлөшө 2027 йыл аҙағында тамамлана. Башҡортостанда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса алып барылған системалы эш тураһында киләһе материалда.

Хеҙмәт стажы альмыш йылдан ашҡан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Мөнир Хәмәҙинуров республика өсөн мөһим социаль объекттар төҙөүҙә ҡатнашҡан. Сираттағы мәғариф учреждениеһы-математика лицей-интернатын күтәреүгә лә теләп ҡушылған.

Белем усағы 360 уҡыусыға иҫәпләнгән. Мәғариф программаһы 6-11-се синыфтар өсөн ҡаралған. Алыҫ райондарҙан килгән һәләтле балалар йәшәү урындары менән тәьмин ителәсәк. Объект төҙөлөшөнә былтыр августа старт бирелгәйне. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров биләмәләге эштәр менән танышып, сығарылыш синыф уҡыусыларының 40 проценты профилле математиканы һайлауын билдәләне, был ил кимәлендә иң яҡшы күрһәткес. Яңы лицей-интернат теүәл фәнгә иғтибарҙы тағы ла арттырасаҡ.

Математика лицей-интернатында белем алыу, фәнни асыштар яһау өсөн заманса шарттар булдырыу планлаштырылған, китапхана, ашхана, айырым спорт зонаһы ла буласаҡ. Төҙөлөшкә килгәндә, Өфөнөң Менделеев урамындағы участка рельефы буйынса ҡатмарлы, шулай ҙа ҡеүәтле техника ярҙамында барлыҡ эштәр графикка ярашлы алып барыла.

Математика лицей-интернаты «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә күтәрелә. Проект буйынса ул 5-6 ҡатлы буласаҡ. Бинаның дөйөм майҙаны 24 мең квадрат метр. Әле биләмәлә ер эштәренең иң ҡыҙған мәле. Өсөнсө блоктың нигеҙе әҙерләнә.

Төҙөлөш объектында 25 кеше эшләй, уларҙың һаны тағы ла артасаҡ. Объектты 2027 йылдың декабрендә тапшырырға тейешбеҙ. Эш күләме ҙур. Бинаның стеналарын күтәрергә, биҙәкләү эштәрен башҡарырға, инженер селтәрҙәр үткәрергә кәрәк.

Олег Гәрәев, прораб

Башҡортостанда мәғариф өлкәһенең инфраструктураһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Өфөнөң Нуғай ауылында федераль финанслау ярҙамында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Тағы ла бер көтөп алынған яңылыҡ: баш ҡалала ике ҙур мәктәпте асыуға әҙерлек бара. 15 февралгә тиклем Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы күп профилле полилингваль мәктәп тә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Төҙөлөш эштәре аҙағына яҡынлашты, әле инженер селтәрҙәр көйләнә, кабинеттарға ҡорамалдар, мебель ҡуйыла. Бинала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡтар булдырылған, пандус, лифт ҡуйылды.

Игорь Панов, проект етәксеһе

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен камиллаштырыу Башҡортостанда алып барылған дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Былтыр төбәктә алты поликлиника төҙөлдө. Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылды. Халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе яңы спорт объекттары ла файҙаланыуға тапшырылды. Әйтәйек, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында йәшәүселәр яңы бассейндар менән тәьмин ителде. Былтыр республикала адреслы инвестиция программаһы буйынса төҙөлгән 76 социаль объекттың 14-е сафҡа индерелгән.

Былтыр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 68 саҡрым ааруыҡта һыу һәм 4 саҡрымда йылылыҡ тәьминәте селтәрҙәре яңыртылған. Әлегә республика район-ҡалаларының ун объекты буйынса дәүләт контракты төҙөлгән. Аҙна башында уҙғарылған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был исемлеккә Белорет ҡалаһын да өҫтәү мөһимлеген билдәләне. Барлыҡ эштәр ҙә ваҡытында һәм сифатлы башҡарылырға тейеш.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ