Бәләбәйҙә «Автонормаль» заводы импортты алмаштырыусы яңы производство асты

Бәләбәй ҡалаһының «Автонормаль» заводында алдынғы технологиялар ҡулланып импортты алмаштырыусы яңы производство эшләй башланы. Көнбайыш илдәренән Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар режимына ҡарамаҫтан, урындағы предприятие етештереүсәнлек күләмен күтәргән. Былтырҙан, мәҫәлән, КамАЗ К-5 двигателе өсөн деталдәр яңы автоматлаштырылған станокта етештерелә. Уны һатып алыу һөҙөмтәһендә етештереүсәнлек күрһәткесе ике тапҡырға тиерлек артҡан. Бөгөн предприятиела етештерелгән яҡынса 6 мең төр деталдең 500-ҙе импортты алмаштырыу сиктәрендә үҙләштерелгән. Бәләбәй ҡалаһында эшләнгән деталдәр башлыса КамАЗ, АвтоВАЗ кеүек автомобилдәрҙе йыйыуҙа ҡулланыла. Рәсәй төбәктәренән тыш, улар Беларусь Республикаһына ла оҙатыла. Бөгөн заводта 800-гә яҡын кеше эшләй. Автоматлаштырылған механизмдар ҙа әүҙем ҡулланыла. Һуңғы өс йылда ғына заводҡа 23 ЧПУ станогы алынған.

Йәш кадрҙар йәлеп итеү өсөн предприятие юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Хеҙмәткәрҙәргә төрлө уүайлыҡтар тыуҙырыла. Күптән түгел кейенеү бүлмәһе, ашхана һәм елләтеү системаһы ремонтланған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ