Православие динен тотоусылар Крещение байрамына әҙерләнә

Республикала һыуҙа ҡойоноу өсөн 99 мәке йыһазландырылған. Байрам алдынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре боҙҙоң ҡалынлығын, ә водолаздар сумыу урындарының хәүефһеҙ булыуын тикшерҙе. Йола атҡарыу урындарында полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар эшләйәсәк. Крещениела ҡатнашыусылар уңайлығы өсөн ҡайнар сәй, йылы палаткалар, бәҙрәфтәр ҡаралған. Ҡотҡарыусылар һыуға тик йыһазландырылған урындарҙа ғына сумырға, хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә кәңәш итә. Боҙло һыуға эскән йәки сирле килеш инеү тыйыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ