«Салауат Юлаев» хоккейсылары 5-се уйын рәттән еңеү яуланы, ә Шелдон Ремпал рәттән 11-се матчта мәрәй йыйҙы. Был уңыш Башҡортостан командаһына быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр 6-сы баҫҡысҡа күтәрелергә мөмкинлек бирҙе. Юлаевсылар һуңғы осрашыуҙы Тольяттиҙа урындағы «Лада» менән үткәрҙе. Көнбайыш конференция аутсайдеры яҡташтарыбыҙға әллә ни ҙур ҡыршылыҡ күрһәтә алманы. Беренсе осорҙа уларҙың ҡапҡаһы артында өс тапҡыр ҡыҙыл тоҡанды. Тәнәфестән һуң дәғүәселәрҙең бер голына ике шайба менән яуап ҡайтарылды. Өсөнсө осорҙа яҡтар берешәр тапҡыр уңышҡа өлгәште. Шулай итеп Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре 5-2 иҫәбе менән ышыныслы еңеү яуланы. Шайбаларҙы дәғүәселәр ҡапҡаһына Александр Жаровский һәм икешәр тапҡыр Владислав Ефремов менән Джек Родуолд индерҙе. Иртәгә Өфө клубы «Автомобилист» менән осраша. Уйын Башҡортостан юлдаш телеканалында 5-се 20 минутта башлана.



