Башҡортостанда социаль хоҡуҡтарҙы яҡлау буйынса прокуратура эше көсәйә

Прокуратура һәм власть органдарының берҙәм эш һөҙөмтәһе: һуңғы өс йылда Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 880 миллион һумдан 134 миллион һумға тиклем ҡырҡа кәмегән. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта билдәләне. Енәйәтселек, коррупция, экстремизмға ҡаршы көрәш үҙ һөҙөмтәһен бирә. Былтыр прокурорҙар ярҙамы менән мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, экология һәм башҡа өлкәләрҙәге 90 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы туҡтатылған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Былтыр Башҡортостан прокуратураһы органдарына 118 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителеп эшкә алынған. Граждандарҙың социаль хоҡуҡтары үтәлешенә айырыуса иғтибар бүленеп, эш хаҡы буйынса бурыстар ҡайтарылған. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ике меңдән ашыу хеҙмәткәрҙең хоҡуҡтары тергеҙелгән. Дарыуҙар, медицина изделиеларына мохтаж кешеләргә ярҙам күрһәтеү, етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү-прокурорҙар һәр ваҡыт закон нигеҙендә эш итә. Республика кимәлендә алып барылған эш Рәсәйҙең Генераль прокуроры тарафынан да юғары баһаланған. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәр ведомство наградалары менән бүләкләнде, прокуратура ветераны исемдәре тапшырылды.

Прокуратура Махсус хәрби операция ветерандарының да хоҡуҡтарын яҡлай. Төбәктә 320 яугирҙың хоҡуҡтары тергеҙелгән. Шулай уҡ прокурорҙар оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларында ҡануниәт үтәлешен дә контролдә тота. Республикалағы социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡ та-власть органдары менән алып барылған берҙәм эш һөҙөмтәһе.

Төбәк башлығы Радий Хәбиров прокуратура ветерандары һәм пенсионерҙары Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе ағзаларын да һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, дәүләт наградалары тапшырҙы.

Йыл һайын Башҡортостан судтарында 12 меңдән ашыу енәйәт эше ҡарала, тикшереү эштәрендә прокуратура граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау гаранты булып тора. Дәүләт һәм кеше мәнфәғәттәре граждандар һәм арбитраж суд производствоһы сиктәрендә лә яҡлана. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге тәьмин ителә.

Тантаналы йыйылыш байрам концерты менән тамамланды. Почетлы ҡунаҡтар алдында билдәле артистарҙан тыш, прокурорҙар үҙҙәре лә сығыш яһаны. Сәхнәлә илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙар яңғыраны.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ