Бының өсөн 4 миллиард ярым һум тотонола. Төбәк операторы хәбәр итеүенсә, 267 йорт ҡыйығы тәртипкә килтерелә, шулай уҡ һыу, электр, газ системалары яңыртыла, лифттар алмаштырыла. Республикала капиталь ремонт программаһы 2055 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның буйынса 17 меңдән ашыу йортто тәртипкә килтереү ҡаралған. Уҙған йылда 692 йорт капиталь ремонтланды.




