Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, программа шарттарына ярашлы, документтар туплау ябайлаша. Хәҙер фекер белешеүҙә ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре, йыйылыштарҙың видеояҙмалары кәрәкмәй. Шулай ҙа йыйылыштарҙа ҡабул ителгәр ҡарарҙар мотлаҡ протокол менән теркәлергә тейеш. Бынан тыш хәҙер башланғыс ғәмәлгә ашырылырға тейешле биләмәлә йәшәүселәр һаны тураһында мәғлүмәттәр талап ителә. Быйылдан урындағы башланғыстар буйынса проекттарҙы Башҡортостан финанс тикшеренеүҙәр үҙәге ҡабул итә.




