Башҡортостанда балалар фольклориадаһын уҙғарыу ваҡыты аныҡланды

Балалар ижады форумы быйыл июнь аҙағында ойошторола. Унда 10 йәштән алып 18 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша. Халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, халыҡ инструменты һәм традицион мәҙәниәт номинациялары ҡаралған. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла, йәмәғәтселек һәм власть вәкилдәре менән осрашыуҙар планлаштырыла, тип хәбәр итәләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

Фото №1 - Башҡортостанда балалар фольклориадаһын уҙғарыу ваҡыты аныҡланды
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ