“Байраҡтар” ҡушаматлы яугир Изге Георгий ордены билдәһе – 4-се дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Ул Яңауыл районынан. Яҡташыбыҙ тураһында район хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев хәбәр иткән. Фронтта батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән танкис шулай уҡ “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби дан” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән. Ул хәрби бурыстарын уңышлы үтәй. “Байраҡтар” йәш ваҡытында контракт буйынса Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән. Махсус хәрби операция башланыу менән алғы һыҙыҡҡа юлланған.




