Мишкә халҡы яугирҙарға ярҙам итә

Район махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау илткән. Уны район хакимиәте башлығы Лариса Александрова оҙатып барған. Хәрбиҙәргә автомобилдәр, рация, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ тапшырылған. “Фронтҡа барып ҡайтҡандан һуң, бындағы тынлыҡтың, крандан аҡҡан йылы һыуҙың, магазинға барып килеүҙең ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың. Был сәфәр тормошҡа икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итте. Фронтта ысын батырҙар алыша. Улар өсөн ғорурлыҡ кисерҙем. “Беҙҙең армия иң көслөһө” тигән йырҙы иҫкә төшөрҙөм”, - тип яҙған Лариса Александрова.

Фото №1 - Мишкә халҡы яугирҙарға ярҙам итә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ