Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ираида Әхәтова 80 йәшлек юбилейын билдәләне

Борай районы Мулла ауылы ҡыҙына йылҡы малына һәм башҡа йорт хайуандарына һөйөүҙе бала сағында атаһы тәрбиәләй. Ираида Әбүбәкер ҡыҙы ауыл хужалығы институтын тик бишле билдәләренә генә тамамлай. Артабан ғүмерен «Башҡорт тоҡомло аттарҙың һөт продуктлылығын арттырыуҙың селекция-генетик нигеҙҙәрен» өйрәнеүгә бағышлай. Ираида Әбүбәкер ҡыҙы аграр тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләүсе, студенттарға һәм йәш ғалимдарға төплө белем тапшырыусы тәжрибәле остаз да.

Ираида Әхәтованың фәнни эҙләнеүҙәре дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары, уйлап табыусы билдәләре, Бөтә Рәсәй халыҡ хужалығы күргәҙмәһенең ике көмөш миҙалы менән баһаланған. Бөгөнгө көнгә тиклем малсылыҡта фәнни тикшеренеүҙәрҙе координациялауҙа, ауыл хужалығында фундаменталь һәм ғәмәли эҙләнеүҙәрҙе интеграциялауҙы ҡатнаша. Ватан зооинженерия фәнен байытыуға, Башҡортостан һәм Рәсәй малсылыҡ тармағын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Юбиляр бөгөн дә фәнгә тоғролоҡ, эшһөйәрлек һәм яңы белемгә ынтылыш өлгөһө булып ҡала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ