Юғары уҡыу йорто менән танышырға республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары килде. Буласаҡ абитуриенттар өсөн университет етәкселеге менән осрашыу ойошторолдо, экскурсия уҙғарылды. Вуз вәкилдәре белдереүенсә, быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙгәрештәр индерелә. Улар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Заманса йыһазландырылған аудиториялар, һуңғы быуын ҡоролмалары ҡуйылған лабораториялар, бай тарихты сағылдырған музей. Өфө фән һәм технологиялар университетында студенттарға уҡыу, фән менән шөғөлләнеү, йәшәү өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. Шуға күрә лә киләсәген тап ошо уҡыу йорто менән бәйләргә теләүсе йәштәр күп. Асыҡ ишектәр көнө был юлы урта һөнәри белем биреү учреждениелары өсөн ойошторолған.
Быйыл ҡабул итеү кампанияһында колледж, техникумдарҙы тамамлаған абитуриенттар өсөн яңылыҡтар ҙа көтөлә. Улар юғары уҡыу йортона үҙенең йәки оҡшаш профиле буйынса ингән осраҡта Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырмай.
Өфө фән технологиялар университетының республика буйынса алты филиалы эшләй. Бөтәһе 14 институт һәм факультет, уларҙа 6 мең ярым тирәһе бюджет урын ҡаралған. Уҡый йорто эш биреүселәр менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә, йәғни белгестәр ҡеүәтле предприятие-ойошмаларҙың заказына нигеҙләнеп, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса махсус рәүештә әҙерләнә.
Быйыл документтарҙы тапшырыу буйынса ла үҙгәрештәр индерелә. Ғаризаны сайт аша биреп булмай, документтар өс юл менән- дәүләт хеҙмәте платформаһы, уҡыу йортона шәхсән килеп һәм почта аша ҡабул ителә.
Р Кәримова



