Өфөлә йылдың тәүге ауыл хужалығы йәрминкәләре башланды

Сауҙа баш ҡалала өс урында-Рабкоров урамында, Серго Орджоникидзе исемендәге һәм Спорт һарайы алдындағы майҙандарҙа ойошторолған. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр тәү сиратта ит һәм һөт ризыҡтары, бал, йәшелсә-емеш тәҡдим итә. Һатыусылар әйтеүенсә, баҙарға кешеләр экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлек эҙләп килә. Сөнки бында фермер йәки шәхси хужалығында үҫтерелгән продукция тәҡдим ителә.

Сауҙа рәттәрендә иттең йәнең теләгәнен алырға мөмкин, бында һыйыр, йылҡы, сусҡа ите лә, ҡош-ҡорт та һатыла. Һатып алыусылар әйтеүенсә, һайлау мөмкинлеге бар. Хаҡтарға мөнәсәбәт төрлөсә, берәүҙәр ул тешләшә тип иҫәпләй, икенселәре юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа продукция арзан булмай тигән фекерҙә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ