Ҡышҡыһын һыу ятҡылыҡтарындағы балыҡтар етди һынауға дусар була. Ҡалын боҙ ҡатламы һыуға һауа инеүенә ҡамасаулай. Был һыу аҫты донъяһында йәшәүсе тереклеккә хәүеф тыуҙыра. Айырыуса һай һыулы быуа-күлдәрҙә кислород етмәүҙән балыҡтарға тонсоғоу хәүефе янай. Ауырғазы районында ойошторолған балыҡтарҙы ҡотҡарыу сараһында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡатнашты
Ауырғазылар тәбиғәтте һаҡлау башланғысына әүҙем ҡушылды. Акция барышында: райондың төп һыу ятҡылыҡтарында тиҫтәләп мәке уйылды. Ҡышҡы аэрацияның әһәмиәте хаҡында Миҙхәт Хәсәнов оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.Ике тиҫтә йылға яҡын балыҡты ҡотҡарыу уның яуаплылығында.
Был камера ярҙамында һыу аҫты доньяһы тикшерелә. Ирекмәндәр яңы ебәрелгән карптарҙың әкренләп яңы мөхиткә яраҡлашыу шаһиты булды.Яҡында ғына Оло күл ярҙары ҡороған ағастарҙан таҙартыла.Район үҙәгендәге күлдәрҙе биләмәһен төҙөкләндереү «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә башҡарыла.
Ғинуар уртаһында-һыу ятҡылыҡтары ҡалын боҙ һәм ҡар ҡатламы менән ҡаплана.Тап ҡышҡы салтама һыуыҡтар мәлендә һыу менән атмосфера араһында газ алмашыныуы түбәнәйә.Һөҙөмтәлә шыйыҡ кислород концентрацияһы ла тиҙ кәмей.Был ваҡытта балыҡтар кеше ярҙамына мохтаж.
Ҡырлау күле өҫтөндә мәке уйыуға Нуғаҙаҡ ауылында йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушылды. Мәктәп уҡыусылары һәм ирекмәндәр ҡатнашлығындағы экологик акция балыҡ популяцияларын һаҡларға мөмкинлек бирәсәк.
Йылға-күлдәрҙә мәкеләр экологик балансты көйләү, һыуҙы бысратыуға юл ҡуймау өсөн уйыла.Балыҡтарҙы ҡотҡарыу ғәмәле Ауырғазы райоынынң барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә ойошторолдо. Тәбиғәт һағында торған әүҙем ирекмән-йәштәрҙең изге эштәрен дәртләндереп боҙ аса торған бырауҙар тапшырылды.
Ҡышҡыһын балыҡ ҡотҡарыу-мәрхәмәтлек һәм хәстәрлек билдәһе.Бындай саралар халыҡтың экологик белемен дә арттыра.Ҡалын боҙ менән ҡапланған йылға-күлдәрҙә мәке уйыу һәм уларҙы туңмаһын өсөн күҙәтеп тороу ҙа яуаплы эш.
Гүзәл Борханова



