Кушнаренко районында өлкән лейтенант Илвир Ғәлләмовтың исеме мәңгеләштерелде

Урамға-батыр исеме. Кушнаренко районында өлкән лейтенант Илвир Ғәлләмовтың исеме мәңгеләштерелде. Танк взводы командиры махсус хәрби операция башланған йылда һәләк булғайны, бала саҡтан спорт, илһөйәрлек сараларында әүҙем ҡатнашҡан егетте ауылдаштары йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Офицер иҫтәлегенә биләмәлә күләмле ярыштар ҙа уҙғарыла. Тулыраҡ киләһе материалда

Илвир Ғәлләмов тыуған төйәгенең, иленең ысын патриоты, ҡыйыу йөрәкле улы була. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһармандарса һәләк булған яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрелә. Тыуған ере Кушнаренко районы Ҡалтай ауылындағы урам да хәҙер батыр исемен йөрөтә. Ата-әсәһе яңылыҡты оло ғорурлыҡ менән ҡабул итте.

Илвир Ғәлләмов бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған. Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлағандан һуң, контракт нигеҙендә Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт юлын башлай. 2022 йылдың 5 мартында хәрби бурыс үтәгәндә, ни бары 24 йәшендә ғүмере өҙөлә. Һәләк булғандан һуң Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары менән билдәләнгән.

Илвир Ғәлләмов спорт яратҡан. Өфө, республика, Волга буйы федераль округындағы чемпионаттарҙа еңеүҙәргә ирешә, хәрби-патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Тыуған ауылында хәрби офицер иҫтәлегенә Ушу Саньда буйынса турнир ҙа уҙғарылды. Тәжрибәле спортсылар һәм тренерҙар Ватан һаҡсыһын ғорурланып иҫкә алды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ