20 ғинуарҙан 14 йәшкә тиклем балалар сит илдәргә нәҡ сит ил паспорты буйынса ғына сыға ала

Яңы ҡағиҙәләр буйынса ял. 20 ғинуарҙан 14 йәшкә тиклем балалар сит илдәргә нәҡ сит ил паспорты буйынса ғына сыға ала. Әгәр быға тиклем Рәсәй сиген үтеп, ҡайһы бер илдәргә, шул иҫәптән Абхазия, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Көньяҡ Осетияға юлланғанда тыуыу тураһында таныҡлыҡ күрһәтеү ҙә етһә, хәҙер талаптар үҙгәрә. Ә бына 14 йәштән өлкәнерәктәргә Рәсәй гражданының эске паспорты буйынса был илдәргә инеү мөмкинлеге һаҡлап ҡалынған. Яңы ҡағиҙәләргә килгәндә, улар документтар әйләнешен һәм дәүләт сиген үтеү контролен көсәйтеүгә йүнәлтелгән. Сәфәр планлаштырған осраҡта, сит сил паспортын бер ай алдан уҡ хәстәрләп эшләтергә кәрәк. Бының өсөн Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәләренә, йә күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк, заявканы дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла тултырырға була.

Әгәр 20 ғинуарға тиклем граждандар билдәләнгән илдәргә ял итергә барған осраҡта, улар элекке ҡағиҙә буйынса балаларының тыуыу тураһында таныҡлығын күрһәтеп ҡайта ала. Әммә 20 ғинуарҙан алып талаптар ҡәтғиләшә. Шуға күрә барыһын да сит ил паспорттарын алдан хәстәрләргә саҡырам.

Лилиә Кашляева, туризм агентлығы генераль директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ