Башҡортостан ярҙамы менән Красный Луч ҡалаһының 1-се поликлиникаһы яңыртылды

Донбасс халҡының һаулығын ҡайғыртып. Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһында иң боронғо медицина учреждениеларының береһе-хәҙерге 1-се поликлиника ремонтланды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был бинала хәрби госпиталь урынлашҡан. Донбасс ерҙәрен дошмандан азат итеүсе яҡташтарыбыҙ ҙа тап ошонда дауаланған, ти табиптар. Республика ярҙамы менән медицина учреждениеһы яңы һулыш алды.

Боронғо бина икәнлеген Ленин ғына күрһәтеп тора. Унһыҙ Красный Луч ҡалаһы поликлиникаһын хәҙер танырлыҡ та түгел. Ниһәйәт бина медицина учреждениеһына оҡшап ҡалды, ти пациенттар.

Табиптарға килгәнде быға тиклем аҡ халаттар ғына белгертеп торған. Төҙөкләндерелгәндән һуң поликлиника тотошлайы менән аҡтан. Һәр ҡорамал үҙ урында һәм стериль.Ольга Засорина был медицина учреждениеһында дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләй. Советтар Союзы тарҡалғандан алып поликлинакаға властар яғынан бер ниндәй иғтибар булғаны юҡ, ти шәфҡәт туташы.

Барыһы ла етәрлек хәҙер. Препараттар, шприцтар, башҡа медицина кәрәк-яраҡтарын алып торабыҙ. Ә ремонт иҫ киткес. Күпме йылдар хыялландым ошондай шарттарҙа эшләйем тип, ниһәйәт тормошҡа ашты.

Ольга Засорина, шәфҡәт туташы

Быға тиклем урындағы халыҡ анализдар эшләтеү өсөн ҙур ҡалаларға йөрөргә мәжбүр булһа, хәҙер барыһы ла бер ерҙә. Поликлиникала лабораториялар эшләй. Яңы эш урындары барлыҡҡа килеү менән йәш белгестәр ҙә килә башлаған.

Яңы ҡорамалдар һәм яңы методика. Эшләүе күпкә ҡыҙығыраҡ. Ә иң мөһиме ҡатмарлы анализдар артынан пациенттар түләүле поликлиникаларға йөрөмәй. Күп кенә тикшереүҙәрҙе хәҙер үҙебеҙҙә башҡара алабыҙ.

Анастасия Короватская, клиник лаборатория диагностикаһы табибы

Аҡ стеналар һәм иҙәндәр башҡарылған эштең күренгәне генә. Төп үҙгәрештәр кеше күҙенән йәшерен. Башҡортостан ярҙамы менән поликлиникала йылытыу системалары, канализация селтәрҙәре, ҡыйыҡ һәм тәҙрәләр алмаштырылған.

Түбәнән тамсылап торған хирургия бүлмәһендә операция яһағандарын күҙ алдына килтерегеҙ әле. Хәҙер Башҡортостан ярҙамы менән хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Процедура бүлмәләре лә медицина, гигиена талаптарына яраҡлаштырылды.

Людмила Мягкая, Красный Луч ҡалаһының 1-се поликлиникаһы мөдире
Башбат

Әйткәндәй, тап ошо поликлиникала бер нисә йыл Башҡортостан табиптары урындағы халыҡты дауаланы. Тап республика белгестәре тиҫтәләрсә йылдар артта ҡалған һаулыҡ һаҡлау өлкәһен заманса медицинаға яраҡлаштырыу һәм халыҡ сәләмәтлеген нығытыу менән шөғөлләнде. Красный Луч ҡалаһы халҡы беҙҙең табиптарҙы әле лә йылы һәм һағынып телгә ала.

Ф.Монасипов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ