Махсус хәрби операция башланыу менән республикала ирекмәнлек хәрәкәте көсәйҙе

Ишембай районы Алаҡай ауылында йәшәүселәр ҙә көн һайын мәҙәниәт йортонда йыйылып, маскировка селтәрҙәре үрә, ойоҡбаштар бәйләй, окоп шәмдәре яһай. Ирекмәндәр араһында эшләгән, шулай уҡ хаҡлы ялда булған гүзәл заттар ҙа бар. Улар шәхси ваҡытын йәлләмәй, алғы һыҙыҡтағыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, заказдар буйынса эш итә. Тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәт менән Еңеүҙе яҡынайта.

Алаҡай ауылында йәшәүселәр берҙәмлеге менән айырыла. Быйыл улар өсөнсө тапҡыр «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Биләмәлә умартасылыҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәр ҙә бар. Иршат Ғәйнуллин менән Альберт Исламғолов гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәтә, быйыл улап йәнә алғы һыҙыҡтағылар өсөн феләкләп бал килтергән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ