Ижади ҡараш һәм берҙәмлек. Республикала Башҡортостан Башлығы иғлан иткән ҙур һәм татыу ғаиләләр йылын Ауырғазы районының Татар Нуғаҙағы ауылында йәшәүселәр күңелле һәм сағыу итеп ҡаршылаған. Олоһо-кесеһе тырышлығы менән ихаталар, йәмәғәт биләмәләре байрамса биҙәлгән. Ауылда йәшәүсе һәләте ғаиләләр менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.
Йорт алдын ҡар һындар менән биҙәү конкурсының «Ҡышҡы әкиәт» номинацияһында Рәмилә менән Ришат Искәндәровтар ғаиләһе еңеүсе.Ҡар һындарҙы ғаилә тиҫтә йылдар дауамында яһай. Йыл һайын улар йәшәгән урам Яңы йылға бер-нисә аҙна алдан уҡ сағыу биҙәктәргә күмелә. Искәндәровтар үҙҙәре йшәгән йорт алдарын ҡарҙан һәм боҙҙан яһалған әкиәт геройҙары, юртаҡтар, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындары менән биҙәй. Ҡар һындар ауылға байрам кәйефе өҫтәй. Ҡунаҡтар һәм балалар был урында иҫтәлеккә фотоға төшә.
Был йорт алдындағы инсталляциялар-Нурия менән Ришат Мөсәләмовтарҙың татыу ғаиләһенең ижад емеше. Улар туғандары менән ҡунаҡҡа йөрөшкән, күршеләре һәм дуҫтары йыйылған ваҡытта үҙҙәре хәләл ризыҡтар әҙерләп сәй эсеү ойошторған, күңелле уйындарҙа ҡатнашып, йырҙар башҡарған.
Ауылдың үҙәк майҙанын да Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу композицияһы биҙәй. Уларҙы Наталья Ерофеева етәкселендә ирекмәндәр ижад иткән. Яҡындағы һырғалаҡ та әүҙем ауылдаштар көсө менән эшләнгән.
Яңы йыл саралары халыҡты берләштергән, ижадҡа илһамландырған. Йәш ғаиләләр ҙә шау-шыулы кисәләр урынына айыҡ һәм аңлы йәшәү рәүешен һайлаған.
Эльмира менән Рушан Ибәтуллиндар ихатаһы алдындағы был егелгән ат еҙ ҡыңғырауҙарын сыңлатып бына-бына ҡуҙғалып китер һымаҡ.Ғаиләнең егәрлелегенә һәм фантазияһына һоҡланырлыҡ.
Гүзәл Борханова



