Өфөлә «Көньяҡ Урал иртә тимер һәм халыҡтарҙың күпләп күсенеүе дәүерендә: мәҙәниәттәр бәйләнеше һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәр» исеме аҫтында халыҡ-ара ғилми конференция асылды.
Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында өс көн дауамында барасаҡ сара билдәле ғалим-археолог Анатолий Пшеничнюктың 90 йыллығына арналған. Шулай уҡ Халыҡ-ара ғилми конференция уникаль Филипповка ҡурғандарын тикшереү эштәре башланыуының 40 йыллығын да үҙ эсенә алды. Йәмәғәтселектә Сармат алтындары тип танылған билдәле ҡомартҡылар тап Анатолий Пшеничнюк етәкселегендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторған экспедиция барышында асыла.
Халыҡ-ара конференцияла сығыш яһаусылар Анатолий Пшеничнюктың башҡорт археологияһына индергән өлөшөн билдәләп, ғалимдың донъяуи кимәлдә киң билдәле хеҙмәттәренә айырым туҡталды. Сарала Рәсәй төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан ғалимдары ла ҡатнашты. Конференция уңайынан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең китап-йыйынтыҡтарынан торған махсус күргәҙмә лә ойошторолдо.



