Урман хужалығы министрлығынан ошо турала белдәрәләр. Республикала 24 ноябрҙән 8 ғинуарға тиклем “Шыршы” операцияһы үтте. 1 мең ярымдан ашыу рейд уҙғарылған. Унда урман инспекторҙарынан тыш, башҡа ведомство хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт инспекторҙары ҡатнашҡан. Эске эштәр мииснтрлығы менән берлектә 60 стационар пост, 150-нән ашыу мобиль төркөм булдырылған. “Ылыҫлы ағастар ҡырҡыуҙың 12 осрағы асыҡланды. Урман фонды 90 мең һумға яҡын зыян күргән. Ике енәйәт эше ҡуҙғатылды” – тип белдерәләр Урман хужалығы министрлығынан.




