Никита Богданов, Иван Гаврилов һәм Дмитрий Солянников боҙҙа уҙышыу буйынса 66-сы шәхси чемпионаттың икенсе этабында пьедесталдағы бөтә урындарҙы алды. Был Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге тарихындағы тәүге һөҙөмтә. Белгестәр уны шулай уҡ Өфө мотоспортындағы ҙур ҡаҙаныш тип атаны. 24 ғинуарҙа Өфөлә “Ғабдрахман Ҡадыров мемориалы” Бөтә Рәсәй ярыштары ойошторола. Турнир СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, боҙҙа мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Фәйзерахман улының 85 йылллығына арнала.




