Бөгөн һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенә рәсми старт бирелә. Ҡала этабында 72 уҡытыусы көс һынаша. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ярыш бер нисә этапта үтә. Тәүгеһендә конкурсанттар портфолио, методик ҡулланмалар һәм видео дәрестәр күрһәтә. Бынан тыш, асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Финалда башҡорт телен уҡытыуҙы үҫтереү буйынса инновацион проекттар яҡлана. Конкурс еңеүселәре һәм лауреаттар 18 февралдә иғлан ителә.




